Бөтә яңылыҡтар
10

Аҡсаһын МХО-ға ярҙамға күсергән Әмиргә планшет бүләк иттеләр

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр йәш патриотҡа уның хыялындағы планшет бүләк итте

Аҡсаһын МХО-ға ярҙамға күсергән Әмиргә планшет бүләк иттеләр
Аҡсаһын МХО-ға ярҙамға күсергән Әмиргә планшет бүләк иттеләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Әмир Мәһәҙиев исемле малай планшетҡа тип йыйған аҡсаһын МХО-ға ярҙамға күсереүе тураһында хәбәр иткәйне.

Был яңылыҡты алғы һыҙыҡта булған яугирҙәр белеп ҡалған һәм йәш патриотҡа уның хыялындағы планшет бүләк итергә ҡарар иткән.

Әмиргә планшет тапшырған ваҡытта “Монах” позывнойлы яугир уның бәйләнешкә сыҡҡан һәм уға рәхмәт белдереп, изге теләктәрен еткергән.

Фото социаль селтәрҙән

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: