"Каха" беҙҙә ҡунаҡта

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ әленән-әле ялға ҡайтып тора, шөкөр. Уларҙың береһе "Каха" - Альберт Ҡунаҡҡужин - беҙҙең сығарылыусыбыҙ. Ул бөгөн мәктәптә Дәүләт флагтарын күтәреү тантанаһында ҡатнашты.

"Каха" беҙҙә ҡунаҡта"Каха" беҙҙә ҡунаҡта
"Каха" беҙҙә ҡунаҡта

Линейканан һуң яугир 10-11-се кластарҙа Рәсәй һәм Беларусь халыҡтарының берҙәмлеге көнөнә арналған "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр"ҙә булды. "Рухиәт" мәктәп музейында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға арналған мөйөштө күрһәттек.

Яугир менән әңгәмә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә эшләнгән экспозиция янында дауам итте. Бик аҙ һүҙле Альберт хәр­би хәрәкәт, еңеүгә табан илткән ауыр юлдар һәм һынауҙар тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште, ауыр мәлдәрҙә бер-береңә дуҫтарса ярҙам күрһә­теү хаҡында һөйләне. Уҡыусыларға мөһим кәңәштәр бирҙе.

Махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланып, ерҙә тыныслыҡ, именлек урынлашыуын, ут эсендә йөрөгән ир-егеттәрҙең иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Бөгөнгө осрашыу геройына һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләп ҡалабыҙ!
Әнзинә Дүшәнбаева, Таҙлар урта мәктәбе директоры.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас