

1942-се йылда фронтҡа саҡырылып, тәүҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында, артабан 27-се Гвардия миномет бригадаһында дошман менән алышҡан Һиҙиәт Солтангәрәй улы һикһән йылға яҡын ваҡыт үткәс, ейәне нацистарға ҡаршы алышыр, тип күҙ алдына ла килтермәгәндер. 2-се Украина, 4-се Украина фронттарын үтеп, Чехословакияға тиклем барып еткән яугир 1945 йылдың сентябрендә генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Һиҙиәт Исхаҡов тормош иптәше Рәҡиә Рамаҙан ҡыҙы менән 10 балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ике сабыйҙары бәләкәй саҡта уҡ мәрхүм була. Ҡалған һигеҙ баланы ел-ямғыр тигеҙмәй үҫтерәләр. Ҡаһарман ветеран 1991 йылда баҡыйлыҡҡа күскән. Әммә уның нәҫеле 8 балаһында, 21 ейән-ейәнсәрендә, 41 бүлә- бүләсәрендә һәм 1 тыуаһында дауам итә.
Һиҙиәт Солтәнгәрәй улы фронтта күрһәткән ҡыйыулыҡтары өсөн “II дәрәжә Ватан һуғышы”, “Һуғыш ваҡытындағы ҡыйыулығы, сыҙамлығы һәм батырлығы өсөн” ордендары, “Ҡыйыулыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған.
“Һүрәм” позывнойлы ейәненең махсус хәрби операциялағы батырлыҡтары ла командование тарафынан Георгий Жуков ордены һәм “Запорожье өлкәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы менән бүләкләнгән. Әйткәндәй, яугир махсус хәрби операцияла минометсы булған. Ике тапҡыр ҡаты яраланған һәм ҡулын юғалтҡан Басир Исхаков әлеге ваҡытта ветерандар рәтендә.
#СвязьПоколенийРБ #ИДРеспубликаБашкортостан
#БыуындарБәйләнеше
#БөйөкЕңеүгә80йыл
#ЕйәнсураРайоны