

Бөгөн Н. Кәримов исемендәге Күгәрсен урта мәктәбендә Данил Кинйәғолов иҫтәлегенә булдырылған"Герой партаһы"н асыу сараһы үтте.
20 генә йәшендә үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға юлланып, үҙен аямай илебеҙҙе һаҡлап һәләк булған егет ысын илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Уға арнап асылған парта ла уҡыусыларға батыр ауылдаштары тураһында иҫләтеп торасаҡ.
Сарала Данилдың әсәһе Зәйтүнә Хисмәтулла ҡыҙы, туғандары: ағаһы, Чечен бәрелеше ветераны Роберт Йөҙөкәев, еңгәһе Ләлә Кинйәғолова, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан еҙнәһе Евгений Вахмянин, апаһы Илена, инәһе Рәзилә Байгилдина ҡатнашты. Шулай уҡ батыр егетте иҫкә алырға Афған һуғышы, Чечен локаль бәрелештәре ветерандары ла килгәйне.
Партаны асыу хоҡуғы "Я рядом, брат!" ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Ғаяз Ҡолоев һәм ағаһы, “Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙе” фәнен алып барыусы, хәрби бәрелештәр ветераны Венер Байгилдинға бирелде. Артабан уҡытыусылар, туғандары Данил тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште. Әсәһе Зәйтүнә Хисмәтулла ҡыҙы улының иҫтәлеген хөрмәт итеп, ҙурлағандары өсөн рәхмәттәрен еткерҙе.
Парта асыу сараһын уҡыусылар Ралина Аҙнабаева менән Инесса Хөсәйенова алып барҙы.