

Башҡорт Үргене ауылынан “Планета” позывнойлы яугир Замир Аҡсуриндың исеме лә есеменә тап килеп тора: Замир, тимәк “тыныслыҡ өсөн”. Ул үткән йылдың авгусында контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған һәм бөгөн яугирҙәр сафында тыныслыҡ яулай.
-Беҙҙең батальонда күбеһенсә Башҡортостандыҡылар, әммә райондаштар юҡ. Башлыса Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм Стәрлебаш районынан булған яугирҙәр менән хеҙмәт итәм, – ти Замир. – Кәләшем, туғандарым, ата-әсәйем минең контракт яҙыуымды ишеткәс, ебәргеләре килмәне, әлбиттә. Әммә улымдың, ҡыҙымдың яҡты киләсәге өсөн мин бында килергә тейешлегемде яҡшы аңланым.
Әлеге ваҡытта “Планета” "Башҡортостан" полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы составында "Град" реактив системаһында хеҙмәт итә. Рәсәй армияһының иң ҡеүәтле ҡоралдарының береһендә артиллерист ярҙамсыһы булыу, әлбиттә, бик яуаплы һәм хәүефле.
– “Град” 40 км алыҫлыҡтан дошман нығытмаларын һәм техникаһын юҡ итә ала. Шуға ла уға дошмандар дрондар ярҙамында ныҡ һунар итә. Шуға күрә беҙ бер ваҡытта ла бер урында оҙаҡҡа туҡталмайбыҙ. Заданиенан юғалтыуҙарһыҙ әйләнеп ҡайтыу приказды теүәл үтәүҙән, команданың берҙәм һәм етеҙ булыуынан тора икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай, һәр кем үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡара, – ти яугир.
Ҡыйыу яҡташыбыҙға ауыр хеҙмәтендә еңеллек, иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Автор:Зәлиә Байғусҡарова.