Яралы улын үҙ ҡулдарында биш саҡрым ут аҫтынан алып сыҡҡан

...

Яралы улын үҙ ҡулдарында биш саҡрым ут аҫтынан алып сыҡҡанЯралы улын үҙ ҡулдарында биш саҡрым ут аҫтынан алып сыҡҡан
Яралы улын үҙ ҡулдарында биш саҡрым ут аҫтынан алып сыҡҡан

«Горобзор» мәғлүмәт-яңылыҡтар порталы махсус хәрби операцияла Башҡортостандан атай менән улдың тарихын һөйләне. Баҫма хәбәр итеүенсә, тәүҙә өлөшләтә мобилизация буйынса фронтҡа 2022 йылда улы китә. Ул үҙенә «Шеф» позывнойын ала. 2023 йылдың аҙағында МХО зонаһына уның атаһы “Инйәр” килә.

2024 йылдың июлендә “Шеф”, Угледарҙа бурыстарыны үтәп, яугирҙәр менән ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына ҡайтырға сығалар. Ҡараңғы була һәм яугир минаға баҫа, ауыр яралана. Ул аҙыҡ-түлек һәм һыуһыҙ тәүлектән ашыу миномет уты, ВСУ дрондары һөжүме аҫтында була.

Уны ҡотҡарырға атаһы китә. «Инйәр » эвакуация төркөмө составында улын таба һәм 5 км ара үтеп уны үҙ ҡулдарында алып сыға. Был араны үтеү еңел булмай – яугирҙәр дошмандың дауам иткән уты аҫтында асыҡ ерҙәр буйлап бара. Бәхеткә күрә, “Шеф” ҡотҡарыла, шулай уҡ эвакуация төркөмөнән бер кем дә зыян күрмәй.

Был тарихҡа Һарытауҙан «Гиря» позывнойлы яугир шаһит була. Ул фронтовик шағир һәм «Инйәр»ҙең хеҙмәттәше. «Шеф»ты ҡотҡарыу тарихын ул башта шиғыр юлдарына һала, ә һуңынан йыр булып китә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас