Бөтә яңылыҡтар

Ир һүҙе бер була, ти "Бай"

Үҙен “Бай” тип таныштырған был яугир ағай менән үҙебеҙсә, башҡортса ихлас итеп әңгәмә ҡорҙоҡ. Бөрйән районынан икән. 60 йәшлек Зәкир ағай былтыр, 2024 йылдың мартында, контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланған. Тыныс холоҡло, олпат ир-уҙаманға йәш яугирҙәрҙең хөрмәт менән ҡарауы шунда уҡ күҙгә ташланды.

“Кешегә үҙең һәйбәт булһаң, һиңә лә шундай уҡ мөнәсәбәттә булалар”, – тип яуапланы “Бай”, ошо хаҡта һорашҡас. Уның ниндәй маҡсат менән МХО-ға юлланыуы, хәрби тормошҡа тиклем ҡайҙа, кем булып эшләүе хаҡында ла ҡыҙыҡһындыҡ.

– Оҙаҡ йылдар колхозда водитель булып эшләнем. Хужалыҡ тарҡалғас, “Башҡортостан” ҡурсаулығына эшкә төштөм. Ә бында юлланауыма килгәндә инде, уйланып йөрөнөм дә, егеттәргә ярҙам кәрәк, водителдәр етешмәй тигәс, шундай ҡарарға килдем, – тип яуапланы ул.

Зәкир ағайҙың улы Замир ҙа хәрби кеше икән. Ул әрменән һуң контракт төҙөп, хеҙмәтен дауам итергә ҡарар иткән. Тәүҙә Сахалин яҡтарында хәрби бурысын үтәгән егет 2022 йылдан махсус хәрби операцияла, мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.

– Улым башта минең теләкте хупламаны, “атай, йөрөмә”, тине, әммә ныҡлы ҡарар ҡабул иткән инем инде, “ир һүҙе бер була” тинем. Шөкөр, улым менән аралашып торабыҙ. Ҡатыным, балаларым, туған-тыумаса менән дә бәйләнештәмен. Төп бурысым – яғыулыҡ ташыу. Әле бына егеттәргә ярҙам кәрәк булғас, яңы ашхана төҙөлөшөнә йәлеп иттеләр. Водитель булғас, иң бәкәлгә һуҡҡаны – техниканың тиҙ боҙолоуы. Запас частар, айырыуса тәгәрмәстәр тиҙ сафтан сыға, – ти яугир.

Гуманитар ярҙам тураһында һорашҡас, республика етәкселегенең үҙ яугирҙәре, айырыуса “Башҡортостан” полкы тураһында хәстәрлеге улар өсөн бик мөһим булыуын билдәләне. Әйткәндәй, төбәк Башлығы Радий Хәбиров тап шул осорҙа махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булып, Башҡортостан яугирҙәре менән осрашып ҡайтты. Ғөмүмән, МХО-ға командировка барышында беҙҙең егеттәрҙең кемеһе менән аралашһаң да, иң тәүҙә Башҡортостан халҡына, республика етәкселегенә, үҙҙәренең яҡташтарына ҙур рәхмәтен белдерә. “Бай” ҙа ошо хаҡта ихлас итеп һөйләне.

– Бында килгәс, “Урал” машинаһы бирҙеләр. Арыу ғына зыян күргән ине, шуны йүнәтеп алдым. Яҡташтарға ҙур рәхмәт, ниндәй запас часть кәрәк, барыһын да ебәрҙеләр. Иң ҙур рәхмәтем – Бөрйән районының ветерандар ойошмаһы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиевкә. Ул үҙе лә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан кеше. Уның менән туранан-тура бәйләнештәбеҙ. “Нимә кәрәк, уңайһыҙланмағыҙ, һорағыҙ”, тип кенә тора, шәхсән үҙе лә килеп ҡайта. Әле лә ярҙамдан өҙмәйҙәр – даими рәүештә гуманитар ылау, хатта йөк-йөк таҡтаға тиклем алып киләләр. Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңләхмәт улы Абдуллин да килеп ҡайтты, Красный Лучта уның менән дә күрештек, – тип, Бөрйән халҡына рәхмәтен еткереүҙе һораны ул.

Зәкир ағай Мораҙым ауылында, Ағиҙел йылғаһы буйында яңы йорт төҙөгән. Тормош юлдашы менән дүрт ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн балаларының барыһы ла үҙаллы тормошта матур итеп йәшәй. Ҡатыны хаҡлы ялда, ғаилә усағын һаҡлай.

МХО-ның кешегә тәьҫире, киләсәккә уй-ниәттәре тураһында һорашҡас, “Бында яҡындарыңдың, туғандарыңдың ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың”, – тип әйтеп ҡуйҙы уйсан ғына итеп. Яуҙар тамамланып, имен-аман ҡайтып, яңы ҡорған донъяһында тыныс, бәхетле тормош тураһында ла хыял итә Бөрйән уҙаманы. Бал ҡорто менән шөғөлләнергә лә уйы бар.

Изге уй-ниәттәрең тормошҡа ашһын, үҙеңә лә, улыңа ла имен-һау әйләнеп ҡайтып, тыныс тормошта бәхетле йәшәргә яҙһын, тигән изге теләктә һаубуллаштыҡ “Бай” менән.

В. УРАЗБАЕВ.

Автор фотоһы.

Сығанаҡ: “Башҡортостан”.

Читайте нас