«Джедай» күптән түгел контракт төҙөгән. Бөгөн инде ул алғы һыҙыҡта, заданиеға әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Яугирға 32 йәш, өйләнгән.
«Кинәт МХО-ға барырға ҡарар иттем. Хәҙер инде ил һаҡларға миңә сират етте. Бөгөн алғы һыҙыҡтамын, позициялар буйлап экскурсияға сығырға әҙерләнәм. Патрондар әҙерләйем, кейем-һалым», — тип уртаҡлашты «Джедай».
Яугирға уның ауылдаштары, ағалары өлгө булған.
«Позывной уйларға ҡуштылар. Күптән МХО-ла ҡатнашҡан ауылдашым «Джедай» иҫкә төштө. Уның ҡушаматын алырға булдым. Минең алғы һыҙыҡҡа юлланырға ҡарар итеүемә уларҙың ҡыйыу хеҙмәте йоғонто яһаны», — тине яугир.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәре хеҙмәт итеүҙең тәүге йылында уҡ 3 920 мең һумға хоҡуҡлы, айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Башҡортостан Башлығы МХО-ла ҡатнашыуға килешеү төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һумлыҡ түләүҙәрҙе 2025 йылдың 31 октябренә тиклем оҙайтты, тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтынан алырға мөмкин.