Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн түләү арттырылды

Башҡортостанда контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүе 1 миллион һумға тиклем арттырылды.

Хәрби хеҙмәт үтәгән граждандарҙың айырым категорияларына ярҙам күрһәтеү тураһындағы указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Был ярҙам сараһы 2026 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә. 1 миллион һумлыҡ ярҙам алыу хоҡуғы 2026 йылдың 31 ғинуарына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас