Бөтә яңылыҡтар

Дошман “ҡоштарына” һунар итә

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итә

Дошман “ҡоштарына” һунар итә
Дошман “ҡоштарына” һунар итә

“Башҡорт” позывнойлы яугир – Таҙлар ауылы егете. Ейәнсура агросәнәғәт колледжында тракторсы һөнәрен үҙләштергән Нурислам хеҙмәткә Владикавказ ҡалаһына эләгә. Танкист була. Өс ай хеҙмәт иткәндән һуң ул контракт төҙөргә ҡарар итә.

Командование пилотһыҙ осоусы аппараттар операторына уҡып сығырға тәҡдим иткәс, йәш, тәүәккәл Нурислам Мәскәүгә, әҙерлек курстарына юллана. Яңы һөнәр алғас хеҙмәтен үҙенең часендә Запорожье йүнәлешендә Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәренең пилотһыҙ осоусы аппараттар подразделениеһында дауам итә. “Башҡорт” хәҙер расчет командиры. Уның ҡарамағында Башҡортостандан йәнә ике егет. Яҡташтар дошмандарға ҡаршы бергәләп көрәшә.

Башта БПЛА менән идара итеү еңелдән булманы, әммә тиҙ өйрәнеп алдым. Беҙ дошмандың пилотһыҙ аппараттарына “һунар итәбеҙ”, артта тороп, алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙе һаҡлайбыҙ. Бындай шарттарҙа мыштыр булырға ярамай, сөнки беҙҙең етеҙлек, сослоҡ –  кемдеңдер ғүмере. Айына һәр беребеҙҙең иҫәбендә 15-20 бәреп төшөрөлгән “ҡош” йыйыла. Мин, мәҫәлән, ялға ҡайтыр алдынан ғына дошмандың 12 дронын юҡ иттем. Әйткәндәй, уларҙың һәр береһе өсөн эш хаҡына ҡушып премия ла түләнә, – ти 20 йәшлек, әммә бик етди һәм төплө ҡарашлы яугир.

Яңыраҡ командование уға 45 көнлөк ял биргән. Нурислам хеҙмәткә әүрәп йөрөһә лә, тыуған яғын, яҡындарын, һөйгән ҡыҙын шул тиклем һағынып ҡайтҡан. Ҡайтыу менән Эльвинаһына матур итеп тәҡдим  яһаған. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, никах уҡытҡандар. Ә уның иртәгеһенә гөрләтеп туй үткәргәндәр. Әлегә кәләше Стәрлетамаҡ химия һәм технология колледжының аҙаҡҡы курсында уҡый, химик-лаборант буласаҡ.

Мин әрмегә барыуҙан ҡурҡманым, киреһенсә йәшем тулыуҙы көтөп йөрөнөм. Сөнки һәр ир-егет хеҙмәт итергә, илде һаҡларға тейеш, тип һанайым. Шуға ла контракт төҙөргә ҡарар ҡылдым. Мин барма, ул бармаһын, тыуған илебеҙҙе кем һаҡлар? Кәләшем һәм киләсәктә тыуасаҡ балаларым тыныслыҡта йәшәүен теләйем  һәм бының өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен, – тине яугир һәм яйлап булһа ла алға барыуҙары, тимәк, еңеү ҙә яҡынайыуы тураһында һөйләне.

Зәлиә Байғусҡарова.

Пилотһыҙ осоусы аппараттар операторы булырға теләүселәр БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәттәр менән башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса таныша ала. Шулай уҡ Иҫәнғол ауылы, Сәнәғәт урамы,14/2 адресы буйынса хәрби комиссариаттан белешергә була. Белешмә өсөн телефондар 2-13-76; 8-937-481-00-05.
Читайте нас