Күсмә мунса Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға юлланған. Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автобусты Үрге Ҡоҙаш ауылы мәктәбе биргән. Төҙөлөш материалдары менән эшҡыуарҙар ярҙам иткән. Мейесте оҫта Шамил Сәйфуғәлиев эшләгән.
Хакимиәт ябай автобусты хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы ял итеү урынына әйләндергән оҫталар Альберт Хәсәновҡа һәм Фәһим Гәрәевҡа айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерә.
Фото: пресс-служба администрации Татышлинского района