Башҡортостанда яңы миҙал булдырылды

Ул махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекле, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлек өсөн тапшырыласаҡ

Башҡортостанда яңы миҙал булдырылдыБашҡортостанда яңы миҙал булдырылды
Башҡортостанда яңы миҙал булдырылды

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Миҙал граждандарға махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле ирекле (волонтерлыҡ), хәйриә эшмәкәрлеге, гуманитар һәм башҡа ярҙам, гуманитар йөк йыйыуҙа һәм илтеүҙә булышлыҡ итеү өсөн; МХО маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ иткән бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн; туранан-тура МХО зонаһында бурыстарҙы үтәгән өсөн тапшырыласаҡ:

Статусы буйынса миҙал Башҡортостандың дәүләт наградалары системаһында Генерал Шайморатов миҙалы (юғарыраҡ торған награда) һәм «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (түбәнерәк торған награда) араһындағы урынды биләй, тиелә указда.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас