Путин Украиналағы конфликт аҙағына яҡынлашыуы тураһында белдерҙе

Рәсәй президенты Владимир Путин 9 майҙа журналистар менән һөйләшкәндә, Украиналағы конфликты тамамланыуға табан бара, тип белдерҙе.

«Эш тамамланыуға бара тип уйлайым», — тине Рәсәй дәүләт башлығы.

Журналистар менән аралашыу барышында Путин, РФ Ҡораллы Көстәре ВСУ-ны тулыһынса тар-мар итеүгә иғтибарҙы тупларға тейеш, тип билдәләне. Шулай уҡ ул Киев режимы башлығы Владимир Зеленский менән Мәскәүҙә генә түгел, башҡа илдә лә осрашырға әҙер булыуын белдерҙе, әммә бындай осрашыу һуңғы тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыу өсөн генә кәрәк.

Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында сығыш яһағанда дәүләт башлығы, Украинаны НАТО-ның бөтә илдәре ҡоралландырыуына һәм яҡлауына ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең еңеүенә ышаныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның билдәләүенсә, Рәсәй һалдаттарының әхлаҡи һәм рухи көсө, батырлығы һәм ҡаһарманлығы, рәсәйҙәрҙең берҙәмлеге, бөтә һынауҙарҙы ла еңеп сығыу һәләте уңыштың нигеҙе булып тора.

Фото: скриншот видео кремлин-ру

Читайте нас