Кемгә – ҡайғы, кемгә – табыш. Яугир апаһы ғәҙеллек эҙләй

Редакцияға бер ҡатын мөрәжәғәт итте. Ул үҙенең ҡустыһының таныш булмаған ҡатын менән никахын ялған тип таныуҙарын теләп, бер нисә ай буйына прокуратура тупһаһын тапай икән.

Кемгә – ҡайғы, кемгә – табыш

Яугир апаһы ғәҙеллек эҙләй

Күптәр өсөн юғалтыуҙар, оло ҡайғы килтергән махсус хәрби операцияны, дөрөҫөрәге, унда ҡатнашыусыларҙы бәғзе берәүҙәр табыш алыу сығанағы итеп ҡарай.

Редакцияға бер ҡатын мөрәжәғәт итте. Ул үҙенең ҡустыһының таныш булмаған ҡатын менән никахын ялған тип таныуҙарын теләп, бер нисә ай буйына прокуратура тупһаһын тапай икән. Хатта телевидениеға барып етеп, был турала сюжет сығыуына өлгәшә. Барыһы тураһында ла ентекләберәк.

Зифа һәм Рәсим (исемдәре үҙгәртелде) Ейәнсура районының бер ауылында тыуып-үҫкән бер туған апалы-ҡустылылар. Ошо ауылдағы мәктәпте тамамлағас, егет әрме сафына юллана, «ҡыҙыу нөктәлә» – Чечняла була. Унан ҡайтҡас тәүҙә колхозда, аҙаҡ төрлө ерҙә, күбеһенсә, вахта ысулы менән сит өлкәлә эшләй. Йәш сағында өйләнеп тә ҡарай, әммә тиҙҙән ғаилә тарҡала. Ҡыҙы әсәһе менән йәшәргә ҡала. Бынан һуң Рәсим тағы бер нисә тапҡыр үҙенең шәхси тормошон яйға һалырға маташа.

– Ул идеаль кеше булманы, әлбиттә. Ҡайһы берҙә «йәшел йылан» менән мауығып китә торғайны. Һаулыҡ яғы ла һуңғы йылдарҙа насарайҙы. Әммә үҙе эшсән, йомшаҡ күңелле, кешегә ышаныусан булды. Булды тип әйтеүе лә ҡыйын... – тип һөйләй яугирҙең апаһы Зифа.

Ҡустым МХО-ға 55 йәшендә барырға ҡарар итте. Ул 2025 йылдың 7 авгусында РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Рәсимдең «учебкаға» юлланыр алдынан бер ҡатын менән рәсми никахҡа инеүе беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Уларҙың никах теркәлеүе тантанаһыҙ, контрактҡа ҡул ҡуйылғанының икенсе көнөнә – 8 августа үтә. Беҙ, туғандары, сарала булманыҡ, дөрөҫөрәге, был хаҡта белмәнек тә. Ә ул «килен»де быға тиклем күрмәгәнде-белмәгәнде әйтеп тораһы ла юҡ.

Зифа иҫләүенсә, ҡустыһы буласаҡ ҡатыны менән 2025 йылдың июлендә тәүге тапҡыр осраша һәм дөйөм алғанда 2-3 аҙна ғына таныш була. Был мәғлүмәтте яугир телефон аша үҙе раҫлап өлгөрә. Ул бер ай ҙа үтмәй, МХО зонаһында 3 сентябрҙә хәбәрһеҙ юғала.

– Тәүҙә бәйләнешкә инә алманыҡ. Тиҙҙән Рәсимдең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында рәсми рәүештә хәбәр иттеләр. Тик ҡустымдың иҫән-һау ҡайтыуына өмөт юҡ тиерлек, – тип көрһөнә Зифа һәм телефонындағы ҡурҡыныс кадрҙарҙы күрһәтә. – Рәсимдең хеҙмәттәштәре дрон һөжүменән һуң төшөрөлгән видеояҙма ебәрҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар араһында ҡустыбыҙҙы таныныҡ. Бына ул ята. Әлбиттә, хатаға өмөт итәбеҙ, әммә уның проценты бик аҙ. Беҙ, Рәсимдең туғандары, бөтәбеҙ ҙә уны таныныҡ һәм ҡурҡыныс фараздарҙың хәрби частән рәсми раҫланыуын көтәбеҙ.

Яугирҙең апаһы, беҙгә түләүҙәр кәрәкмәй, ә Рәсимде тыуған яҡҡа алып ҡайтыу ҙа етә, ти.

– Иң ҡурҡынысы, әгәр ҡустымдың кәүҙәһен алып ҡайтһалар, был ҡатын уны үҙенең Д. районында ерләргә ниәтләй. Беҙ барыбыҙ ҙа шаҡ ҡатабыҙ! Сөнки беҙ Ейәнсура районында тыуып үҫтек, бында, урындағы зыяратта, беҙҙең ата-әсәбеҙ ерләнгән. Нисек инде Рәсимде сит районда ер ҡуйынына алып барып тапшырырға була? Ә туғандар, ауылдаштар республиканың икенсе осона уның менән хушлашырға нисек барырға тейеш? Кем һуңынан уның ҡәберен ҡараясаҡ? Мине ошо һорауҙар бик борсой.

Тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндергәне – ҡатындың Рәсим исеменән үҙ исеменә генераль ышаныс ҡағыҙы эшләтеүе. Һәм хәҙер әсәләренән ҡалған мөлкәткә – Зифа һәм Рәсимдең ауылда тыуып-үҫкән иҫке йортҡа һәм ҙур булмаған пай ерҙәренә сит ҡатын хужа.

– Был беҙҙең ата-әсәйебеҙҙең йорто. Бәләкәй ауылдағы бәләкәй ағас өй нимәгә ул уға? – тип асыулана Зифа. – Әйткәндәй, ул был йортто үҙебеҙгә үк һатып алырға тәҡдим итте, был башҡа һыймаған оятһыҙлыҡ.

Өйҙө һатырға йыйына – килеп сыҡмаҫ. Сөнки ауылда хатта газ үткәрелгән, йыһазландырылған ҙур йорттар ҙа һатылмай тора. Беҙҙең иҫке өй бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Ҡышын уны үҙебеҙ ҡарайбыҙ, ишектә ҙур йоҙаҡ эленеп тора, – тип зарлана Зифа.

Сентябрь-октябрь айҙарында, юғалған статусы тураһында документтар әҙерләгәндә, рәсми ҡатыны Рәсимдең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынманы, мәғлүмәт эҙләмәне лә. Әммә ауыл советына килеп, пай ерҙәрен кемгә һатырға мөмкин булыуы менән ҡыҙыҡһынып йөрөнө. Шулай уҡ ул, йәнәһе, Рәсим уның ҡыҙын ҡыҙлыҡҡа алған тигән документ эшләткән. Ҡустым беҙгә был турала бер ни ҙә әйтмәне. Банк карталары, Рәсимдең телефоны – барыһы ла уның ҡулында.

Беҙ хәрби прокуратура менән бәйләнештәбеҙ, адвокат ялланыҡ. Мин мутлашыу тураһында эш ҡуҙғатыуҙы талап итәм, – ти яугирҙең апаһы.

Билдәһеҙ ҡатындың был ҡылыҡтарында ул яуыз ниәт күрә һәм ғәҙеллеккә өлгәшергә ниәтләй. Уларҙың никахты ялған тип табыу өсөн бөтә ишектәрҙе шаҡый. МХО яугире ғаиләһендәге тәфтиш тикшереүҙәр тураһында сюжет махсус репортаж булараҡ телевидениела ла сыҡҡан. Яугирҙың беренсе ҡатынынан ҡалған ҡыҙы был хәлгә ҡыҫылыуҙан баш тартҡан һәм яугир һәләк булыуы раҫланһа, түләүҙәрҙән, судлашыуҙан баш тартасағын белдергән. Ни өсөн шундай ҡарарға килгәнен бер кем дә белмәй. Әммә, Зифа әйтеүенсә, улар Рәсимдең ҡыҙының был ҡарарын ҡабул иткәндәр һәм ныҡышмайҙар.

Дөйөм алғанда, яугирҙең ғаиләһендәге бәхәстәр тынмай. Барыһы ла нимә менән тамамланасағы билдәһеҙ. Зифа, әлбиттә, мөғжизә булыр һәм ҡустыһы иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр тип өмөтләнә. Әммә уның үлеме рәсми раҫланған осраҡта, цинк табутты алыҫ сит районға алып китерҙәр тип ҡайғыра. Шулай уҡ бәләкәй башҡорт ауылындағы ғаилә ояһы ла сит кешеләр ҡулына эләгәсәк.

Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас