

Үҙебеҙҙең егет!
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында “Әлебай” тигән яҡташыбыҙ ҙа бар. Яугир өсөн тыуған ил, бурыс, намыҫ төшөнсәһе буш һүҙ түгел, ә ғүмер юлының бер мөһим өлөшө.
Азамат Әлебай ауылынан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәһен ул бик иртә юғалта. Малайҙы Фәриҙә Рәшит ҡыҙы һәм Марс Ғәлимйән улы Ишмөхәмәтовтар үҙҙәренең ҡанаты аҫтына ала. Уларҙың улдары Рәфис тә Азаматҡа терәк була.
Абзан мәктәбен тамамлай. Тиҙҙән егет әрме сафтарын тулыландыра. Ул Хабаровск өлкәһендә наводчик-оператор булып хеҙмәт итә. Тап ошонда буласаҡ яугирҙең характеры нығына – күнекмәләр, дисциплина, үҙ көсөнә ышаныс – барыһы ла уны сыныҡтыра. Ә 2022 йылда илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, 24 йәшлек Азамат Ватан һағына баҫа.
– Саҡырыу ҡағыҙын тыныс ҡабул иттем. Кәрәк икән – барам, тинем. 2022 йылдың октябрендә «учебкаға», унан МХО-ға юлландым. Ҡыйынлыҡтарға зарланмайым, кеше барыһына ла күнегә. Отпускыға ҡайтҡан һайын Әлебай халҡы ныҡ ярҙам итте, рәхмәтлемен уларға, – ти Азамат.
“Әлебай” хеҙмәтте ДНР өлкәһендә уҡсы вазифаһында башлай, аҙаҡ взвод командиры урынбаҫары була. Алғы һыҙыҡта үҙен ышаныслы яугир итеп күрһәтә. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияның иң ҡатмарлы йүнәлештәрендә – Авдеевка, Михайловка, Константиновкала була. Шартлау тауыштары, баш осонда мыжғып торған дрондар... Яугир әйтеүенсә тәүге йылда бер яугирға бер дрон һөжүм итһә, хәҙер уларҙың һаны бишкә етә ти, тауышһыҙҙары ла күбәйгән – дошман аяуһыҙ. “Әлебай” үҙе лә бер-нисә дрон һөжүменән иҫән ҡалған. Алғы һыҙыҡтағы ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеүҙә теүәллек, яҡшы реакция һәм техник белем ярҙам итә, ти ул.
Тик шулай ҙа 2025 йылдың майында алыштарҙың береһендә Азамат етди яралана. Уны фәрештәһе һаҡлағандыр – ҡанын күп юғалтмаҫ борон иптәштәре эвакуациялап, тиҙ ярҙам күрһәтә. Аҙаҡ бер-нисә ай госпиталдәрҙә дауаланған хәрбиҙе медицина комиссияһы өйөнә ҡайтарырға ҡарар итә.
– Кире егеттәр янына барғы килде, әлбиттә. Әммә һаулыҡ арҡаһында артабан хеҙмәт итә алманым. Яҡындарым яйлап ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға ярҙам итте. Хәҙер ауыл эштәре менән мәшғүлмен, шул уҡ ваҡытта дауаланыуҙы дауам итәм. МХО-ла өс йыл тирәһе йөрөү эҙһеҙ үтмәне, ҡайһы саҡ төнөн һаташып уянам. Яралар ҙа һыҙлап ала, – тип “Әлебай”.
Ауыр яралар яугирҙең рухын һындырмаған. Әле төҙәлеп бөтмәһә лә, Азамат донъяға оптимизм менән ҡарай. Яуҙаштары менән дә даими бәйләнештә. Ул яугирҙәр араһындағы дуҫлыҡтың, бер-береһенә булған яҡшы мөнәсәбәттең, ярҙам итешеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ә хушлашҡанда илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, һалдаттарыбыҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын ине, тип теләне.
Азамат Изге Георгий ордены һәм Батырлыҡ өсөн, Шайморатов, МХО-ла ҡатнашыусы, хәрби батырлыҡтары өсөн миҙалдары менән бүләкләнгән.
Был йәш яугирҙең тарихы – уның ябай булмаған ваҡытта Ватанға тоғролоғон һәм һөйөүен иҫбатлау. “Әлебай” кеүек егеттәр булғанда илебеҙ һәр саҡ ышаныслы ҡалҡан аҫтында буласаҡ.
Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.