Ун ике дрондың бишәүһен атып төшөргәндәр

Башҡортостанда дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәшеү өсөн махсус отряд ойошторолдо

Уҙған аҙнала Өфө нефть эшкәртеү комплексына украин пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүмен «Илдең хәрби армия резервы» (БАРС) территориаль отряды ағзалары кире ҡағырға ярҙам итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, яугирҙәр 12 дрондың бишәүһен атып төшөргән.

«Беҙ «Башнефть» компанияһы менән бергә террористик һөжүмдәргә ҡаршы торабыҙ. Уҙған аҙнала 12 пилотһыҙ осоу аппаратын бәреп төшөрҙөк. Беҙ «БАРС» отрядын ойошторҙоҡ, ҡорал менән тәьмин иттек. «БАРС» беренсе алышты ҡабул итте. Халыҡ та яғыулыҡ менән бәйле хәлдең ауыр хәрби хәл фонында барыуын аңларға тейеш», — тине Хәбиров.

Билдәле булыуынса, Башҡортостандың «БАРС» отрядында хәрби тәжрибәгә эйә булған 300 кеше иҫәпләнә. Улар араһында МХО яугирҙәре лә бар.

Фото: "Башинформ".

Читайте нас