Батыр яҡташыбыҙ

Хыялдар тормошҡа аша

2025-2026 уҡыу йылында Исмәғилевтар премияһына лайыҡ булыусылар2025-2026 уҡыу йылында Исмәғилевтар премияһына лайыҡ булыусылар
2025-2026 уҡыу йылында Исмәғилевтар премияһына лайыҡ булыусылар

Исмәғилов Рәфис Рәис улы 1986 йылда Нияҙғол ауылында Рәис Йәнғәле улы менән Гөлшат Ғиниәт ҡыҙының татыу ғаиләһендә иң кесе бала булып донъяға килгән. Ағаһы Рәлиф, апаһы Гөлфирә менән ата-әсәһенең һөйөүөнә сорналып, хужалыҡта ярҙам итеп, йәйҙәрен Әселе йылғаһында һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап, ҡышын боҙҙа шыуып бәхетле бала булып буй еткерә. Ауыл малайы өсөн иң ҙур хыял – ил һаҡсыһы, хәрби кеше булыу. Рәфис Рәис улы бәләкәйҙән үк һалдаттар тураһында китаптар уҡый, хәрби фильмдар ҡарай, малайҙар менән уйнағанда һәр ваҡыт командир була. Мәктәптә үткән бер генә спорт ярышы ла Рәфисһеҙ үтмәй. Волейбол, баскетбол, еңел атлетика буйынса район, республика кимәлендә ярыштарҙа еңеү яулап туған мәктәбенең данын яҡлай. Тәртип, бөхтәлек яратыусы егет уҡыуҙа ла һынатмай. 2004 йылда Абзан урта мәктәбен алтын миҙалға тамалай, бер туған Дәүләткирәй һәм Басир Мәһәҙиевтар ойошторған премияның беренсе лауреаты була. “Рәфис бәләкәйҙән ныҡ тырыш булды. Уҡыуҙа ла, спортта ла гел беренсе булды. Ныҡ тәртип яраты”, - ти яугирҙең әсәһе Гөлшат апай. Мәктәпте тамамлағас, ул хыялына тоғро ҡала – Силәбе ҡалаһындағы юғары хәрби команда училищеһына (хәрби институт) уҡырға инә. Юғары уҡыу йортонда уҡыған йылдары егеттең характерын ҡорос кеүек сыныҡтыра. Рәфис тик яҡшы билдәләренә генә уҡый, спорт менән шөғөлләнә, курсанттар араһында абруй ҡаҙана.

3 курсты тамамлағанда Силәбе хәрби институты таратыла һәм 4 курсты Ҡазан ҡалаһындағы хәрби институтҡа күсерәләр. 2008 йылда институтты тамамлағас Исмәғилевты Себер хәрби округына механик-йөрөтөүселәр әҙерләүсе танк батальонына танк взводы командиры итеп ебәрәләр.  Рәфис Рәис улы уҡыу үҙәгендә взвод командиры, батальон штабы етәксеһе ярҙамсыһы, махсус-тактик әҙерлек уҡытыусыһы (танк командирҙарын әҙерләү) вазифаларында хеҙмәт итә. Хеҙмәт итә башлағас, ул үҙ эшенә бөтә йөрәген бирә. Һалдаттары уны ярата, командирҙары ышаныс белдерә. Ҡыйын ваҡытта ла ул һис ҡасан аптырап ҡалмай — бала саҡтан өйрәнгән ҡыйыулыҡ һәм тәртип уға ярҙам итә. 2010 йылда Байкал аръяғы крайының Себер хәрби округындағы 73-сө айырым ремонт-төҙөкләндереү батальонының бронялы танк техникаһын ремонтлау ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә. 2020 йылдың ғинуар айынан июнь айына тиклем тактик төркөмдөң ремонт ротаһы командиры сифатында Сүриә Ғәрәп республикаһында хеҙмәт командировкаһында булырға тура килә.

2022 йылдың март айынан алып подполковник Рәфис Рәис улы хәрби хеҙмәтен Махсус хәрби операция зонаһында дауам итә. Ҡыйыулығы, һалҡын ҡанлылығы һәм иптәштәренә ҡарата ихтирамы менән ул тиҙ арала хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт ҡаҙана. Уның янында хеҙмәт иткән егеттәр: «Ул — ысын командир. Уның менән бергә ҡурҡыныс түгел», — тиҙәр. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Исмәғилев Рәфис Рәис улы Суворов һәм Жуков миҙалдары менән наградлана.

Әлеге көндә батыр яҡташыбыҙ Санкт-Петербург ҡалаһында А.В.Хрулев исемендәге материаль-техник хеҙмәтләндереү Хәрби академияһында белемен камиллаштыра. Һөйөклө ҡатыны Наталья Борисовна менән Әмир исемле малай үҫтерәләр. Наталья Борисовна һөнәре буйынса шәфҡәт туташы, “Орион” Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттә эшләй. Рәфис Рәис улы ике йыл рәттән ағайы Рәлиф Рәис улы менән бергә туған мәктәбендә уҡыуҙа, төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға Исмәғилевтар премияһын тапшыралар. Рәлиф Рәис улы Белорет ҡалаһында “Армед” шәхси стоматология хужаһы. Был премия— ысын мәғәнәһендә йәш быуын өсөн илһам сығанағы. Ул ҡыҙҙар менән малайҙарҙың йөрәгендә дәрт уята, киләсәккә ышаныс менән атларға көс бирә. Исмәғилевтар премияһы — йәш таланттарҙы ҡанатландырып, уларҙы яңы үрҙәргә әйҙәүсе булып тора.

Рәфис Рәис улының бала саҡ хыялы бәләкәй генә уйындан башланды, ә бөгөн ул — илен һаҡлаусы ысын батыр. Уның юлы беҙгә бер ҡағиҙәне иҫкә төшөрә: әгәр кеше бәләкәйҙән хыяллана һәм уға тоғро ҡала икән, ул хыялы тормошҡа аша. Батыр яҡташыбыҙға артабан да юғары уңыштар, ғаиләһенә именлек, һаулыҡ, йортона бәрәкәт теләйбеҙ. Уның батырлығы, сабырлығы һәм изгелеге киләсәк быуындарға өлгө булып ҡалһын.

Автор:А. Булатова
Читайте нас