«Герой бейеүе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә Еңеү яуланы

Юлдаш радиоһы 105.5 FM каналынан алындыЮлдаш радиоһы 105.5 FM каналынан алынды
Фото:Юлдаш радиоһы 105.5 FM каналынан алынды

МХО яугирына арналған «Герой бейеүе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә Еңеү яуланы
Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Герой бейеүе» документаль фильмы Мәскәүҙә һәм Сочиҙа уҙған Владимир Меньшов исемендәге XXI «Бергә еңдек» халыҡ-ара кинофестивалендә юғары баһаға лайыҡ булды.
Кинокартина «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге» темаһына иң яҡшы фильм» номинацияһында маҡтаулы диплом менән бүләкләнде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был документаль фильм Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллинға арналған. Егеткә 23 йәш кенә була — ул махсус хәрби операция биләмәһендә үҙенең хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған.
Был юғары награда — Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡорбан булған яҡташыбыҙҙың яҡты хәтеренә ҙур ихтирам билдәһе. Геройҙарыбыҙ иҫтәлеге мәңгелек!

ЮЛДАШ" радиоһы мәғлүмәт каналынан

Автор:А. Булатова
Читайте нас