Томат һутындағы помидорҙарҙы әҙерләү өсөн (3 л банка): Помидор – 2 килограмм; томат һуты – 1 литр; лавр япрағы – 2-3 дана; йомро ҡара борос – 10 бөртөк; тоҙ – бер аш ҡалағы; шәкәр ҡомо – 5 аш ҡалағы алабыҙ.
Банкаларҙы стерилләйбеҙ. Помидорҙы йыуырға, банкаға һалырға ла, ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡастар менән ябырға. 15-30 минутҡа ҡалдырып торабыҙ. Томат һутын ҡайнатабыҙ, лавр япрағы, борос, шәкәр, тоҙ һалабыҙ һәм талғын утта 15 минут ҡайнатабыҙ. Банканан һыуҙы ҡойорға һәм ҡайнап торған һут тултырырға кәрәк. Банканы ныҡлап ябабыҙ, әйләндереп йылы әйбергә төрәбеҙ һәм тулыһынса һыуынғансы ҡалдырып торабыҙ.