-12 °С
Болотло
Самалап 1 кг тирәһе тауыҡ ҡанаттарына ( быуынлап туралған) 1-2 аш ҡалағы бал, 3 аш ҡалағы соя соусы, самалап паприка тәмләткесе, төйөлгән ҡара борос, ваҡланған 2-3 теш һарымһаҡ, 2-3 аш ҡалағы таҙартылған көнбағыш майы алабыҙ. Бөтәһен бергә болғатып, 3-4 сәғәткә тәмләткестәр һеңһен өсөн һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Фольга йәйелгән табала, йәки аҙыҡ-түлек бешерер өсөн махсус пленкала 180 градуста 30-35 минут тирәһе бешереп алырға.
Аштарығыҙ тәмле булһын!