Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
19 Ноябрь 2021, 12:52

ҠАҠЛАНҒАН ҠАҘ

Ҡаҙҙарығыҙҙы һуйып алдығыҙмы? Йәйгелеккә ҡаҡлап ҡуяйыҡ!

ҠАҠЛАНҒАН ҠАҘ
ҠАҠЛАНҒАН ҠАҘ

Яңы салынған йәки туңдырғыстағы (иретеп) ҡаҙҙы йыуып, ҡоро сепрәккә һалып торабыҙ. Унан тышына ла, эсенә лә яҡшылап тоҙ ышҡыйбыҙ. Эсен тоҙлаһаң – ул күгәрмәй. Унан ҡаҙҙы ҡағыҙ тоҡҡа һалып, йәки аҙыҡ ҡағыҙына төрөп, элеп ҡуябыҙ. Май айына тиклем шулай эленеп тора. Май аҙағында эсенәдәге тоҙҙо алып, йыуырға һәм ҡояш төшкән урынға элеп ҡуйырға кәрәк.

Ҡояш яҡшы ҡыҙҙырғанда, 2-3 көндән, ҡаҡланған ҡаҙ әҙер була. Уның әҙерлеген майына ҡарап та билдәләп була. Ул – үтә күренмәле була башлай.

Автор @245arbor

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: