Аш-һыу Рецепты
12 Декабря 2021, 11:50

Яҡындарыбыҙҙы йомшаҡ ҡына кекстар менән һыйлап алаыҡ

Кибеттәрҙә йәнең теләгән печенье кекстар һатыла, әммә бер тапҡыр ошо рецепт буйынса бешереп ҡараһағыҙ, башҡа һатып алмаясаҡһығыҙ!  Кәрәк: Йомортҡа - 2 шт.; Шәкәр - 1 стакан; Аҡ май - 1 ҡап (200 гр); Ҡаймаҡ (магазиндыҡы) - 180 гр.; Сода - ярты балғалаҡ; Он - 200 гр. Йөҙөм - бер ус; Семтем тоҙ. Йомортҡаларҙы семтем тоҙ ҡушып туҡыйбыҙ һәм шәкәрҙе ҡушып тағы бер аҙ туҡығас, ҡаймаҡ, иретелгән аҡ май ҡушып шәкәре ирегәнсе болғатабыҙ. Ошо массаға сода ҡушылған ондо һалып яҡшылап туҡыйбыҙ һәм бер аҙ он һибелгән йөҙөмдө ҡушып болғатҡас, бәләкәс кекс һауыттарына һалып, алдан 200 градусҡаса йылытылған духовкаға 30 минутҡа ултыртабыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡындарыбыҙҙы йомшаҡ ҡына кекстар менән һыйлап алаыҡЯҡындарыбыҙҙы йомшаҡ ҡына кекстар менән һыйлап алаыҡ
Яҡындарыбыҙҙы йомшаҡ ҡына кекстар менән һыйлап алаыҡ

Был тәмле кекстар өсөн кәрәк: Йомортҡа - 2 шт.; Шәкәр - 1 стакан; Аҡ май - 1 ҡап (200 гр); Ҡаймаҡ (магазиндыҡы) - 180 гр.; Сода - ярты балғалаҡ; Он - 200 гр. Йөҙөм - бер ус; Семтем тоҙ. Йомортҡаларҙы семтем тоҙ ҡушып туҡыйбыҙ һәм шәкәрҙе ҡушып тағы бер аҙ туҡығас, ҡаймаҡ, иретелгән аҡ май ҡушып шәкәре ирегәнсе болғатабыҙ. Ошо массаға сода ҡушылған ондо һалып яҡшылап туҡыйбыҙ һәм бер аҙ он һибелгән йөҙөмдө ҡушып болғатҡас, бәләкәс кекс һауыттарына һалып, алдан 200 градусҡаса йылытылған духовкаға 30 минутҡа ултыртабыҙ. Табындарығыҙ бәрәкәтле булһын!!!

"Нәзәкәт" төркөмөнән.

Автор:Залия Байгускарова