-6 °С
Болотло
ӘҘЕРЛӘҮ:
Тауыҡ итен һаламлап турайбыҙ. Бешкән йомортҡаларҙың ағын эре ҡырғыста ыуабыҙ, ә һарыһын сәнске менән ваҡлайбыҙ. Ҡыярҙы ваҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Дөгөнө бешерәбеҙ ҙә, иләккә һалып, аҡҡан һыу аҫтында саябыҙ. Унан саҡ ҡына иретелгән аҡ май менән йылытып алабыҙ. Ҡара емеште һаламлап турайбыҙ.
Бөтә иргредиенттарҙы саҡ ҡына тоҙлап һәм араһына майонез һөртөп, ҡатлап теҙәбеҙ. Өҫтөн матур итеп биҙәп тә ҡуябыҙ ҙа, тураманы бер аҙға һыуытҡыста ҡалдырып торабыҙ.
Турама әҙер! Табындарығыҙ - йәмле, ризыҡтарығыҙ тәмле булһын!