Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
5 Ғинуар 2022, 22:49

"ГРАФ" САЛАТЫ

Был ҡатлы тураманы эшләү өсөн 1 ҡыҙыл сөгөлдөр, 3 картуф, 4 йомортҡа, 100-әр грамм ҡара емеш менән әстрахан сәтләүеге, самалап майонез менән тоҙ алабыҙ.

"ГРАФ" САЛАТЫ
"ГРАФ" САЛАТЫ

ӘҘЕРЛӘҮ:

Йәшелсәләрҙе бешереп, һыуынғас таҙартабыҙ. Бешкән йомортҡаны әрсеп, ағы менән һарыһын айырабыҙ. Бер нисә ҡаттан торған салаттың ҡаттары араһына майонез һөртөп барабыҙ. Теләгәндәр бер ҡат итеп ваҡлап туралған, маринадланған һуған һала ала. Әммә унһыҙ ҙа бик тәмле килеп сыға.

1-се ҡат: ваҡ шаҡмаҡтарға туралған картуф. Саҡ ҡына тоҙ һибәбеҙ;

2-се ҡат: ваҡлап туралған сөгөлдөр;

3-сө ҡат: шаҡмаҡлап туралған йомортҡа һарыһы;

4-се ҡат: ваҡ туралған ҡара емеш. Ҡара емеш йомшаҡ булһын өсөн 10-15 минут ҡайнар һыуҙа тотоп алығыҙ;

5-се ҡат: ваҡ туралған йомортҡа ағы;

6-сы ҡатҡа ваҡланған сәтләүек һибеп сығабыҙ.

Салат әҙер! Араһына һыланған майонез матур итеп һеңһен өсөн бер аҙға һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ ҙа, табынға ҡуябыҙ. Тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: