Батшалар салаты ла тиҙәр уны. Уға күңелгә ятҡан үҫемлек майы ҡушһаң, тағы ла шәп. Ул салат тағы ла ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йыйылып ятҡан, серей башлаған ҡалдыҡтарҙы алып сыға. Ә составында ниндәй файҙалы мәтдәләр барлығын беләбеҙ. Сөгөлдөр кеүәҫе эскән кешеләрҙә инсульт, инфаркт, ҡан юлдары бысраныуы булмауы, шулай уҡ онкологияның да ситләп уҙыуы иҫбатланған.