Ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа шәкәр ҡомо һибеп, төнгөлөккә ҡалдырабыҙ.
Иртәнсәк 1 әфлисундың һутын, ҡабыҡтарын һалып, лимон кислотаһы (корица ла) өҫтәп, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас утта 5 минут тотабыҙ ҙа һүндерәбеҙ. Ҡалаҡ менән болғалмағыҙ. Төбөнә ултырмаһын өсөн кәстрүлде һелкеп-һелкеп алыу кәрәк.
Ҡапҡас ябып һыуытабыҙ. унан тағы ла утҡа ҡуябыҙ. Шулай өс тапҡыр ҡайнатып алабыҙ.
Йомшарған ҡабаҡтарҙың һутын һарҡытабыҙ. Бешкән ҡабаҡтарҙы пергаментҡа (силиконлыһы булһа яҡшыраҡ) йәйелгән листҡа тигеҙләп һалып, 120 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала киптерергә. Электр киптергесе ҡулланырға ла була.
Әҙер цукаттарға шәкәр пудраһы һибеп, ҡоро банкаға йәки ҡапҡаслы контейнерға тултырып ҡуйырға ла, сәй эскәндә ҡушырға ғына ҡала.