-6 °С
Болотло
Кишерҙе таҙартып, ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡлап турайбыҙ.
Кәбеҫтәне турайбыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа, һыуынғансы ҡалдырабыҙ. Унан һарҡытып, кәбеҫтәне һығып алабыҙ.
Кишер менән һуғанды үҫемлек майында ҡыҙҙырып, кәбеҫтәгә ҡушабыҙ. Ҡатнашмаға тоҙ, петрушка, һарымһаҡ һалып, болғайбыҙ.
Боросто йыуып, орлоғон таҙартабыҙ һәм 3-5 минутҡа ҡайнар һыуға һалып алабыҙ. Унан боросто әҙер эслек менән тултырабыҙ.
Тултырылған боросто банкаға тултырып, йә ҡайнар һут (томат, алма йәки виноград), йә маринад ҡоябыҙ.
0,5 л банканы - 20 минут, литрлыҡты 30 мин стерилләгәс, тимер ҡапҡастарҙы ябып, һыуынғансы йылы әйбер менән ҡаплапҡ уябыҙ.