Бөтә яңылыҡтар

Бәпембәнән файҙалы ҡайнатма эшләп ҡалығыҙ

Бпембәләрҙең һары келәм булып түшәлеп ятҡан мәле етте. Ҡышҡылыҡҡа тәмле лә, файҙалы ла ҡайнатма әҙерләп ҡалығыҙ.

Бәпембәнән файҙалы ҡайнатма эшләп ҡалығыҙ
Бәпембәнән файҙалы ҡайнатма эшләп ҡалығыҙ

Бәпембәнән файҙалы ла, тәмле лә ҡайнатма яһар өсөн таҙа ерҙән генә үҫемлектең тәүге сәскәләрен йыйырға кәрәк буласаҡ.

350 бөртөк сәскәне йыуып, бер литр һыуыҡ һыу ҡойорға һәм талғын утҡа ҡуйып, ҡапҡас ябып бер сәғәттәй ҡайнатырға. Шунан сәскәләрен һөҙөп ташларға ла, һыуына бер килограмм шәкәр һалып, тағы бер сәғәт һүрән утта ҡайнатырға кәрәк буласаҡ. Утты һүндерер алдынан ҡайнатмаға бер лимондың һутын ҡушырға. Иртәгәһенә һыуынғас файҙалы ла, тәмле лә бал әҙер була. Сама менән яҡынса бер литр ҡайнатма (бал) килеп сыға.

Фото: mrfilin.com

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: