Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы
400 грамм бауыр, 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, 1 баш һуған, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан һурпа (йә һыу), тәменсә тоҙ, борос, лавр япрағы, үҫемлек майы кәрәк.
Бауырҙы ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос һибергә. Ҡайнар майлы табала ике яғын 2 – 3-әр минут ҡыҙарғансы ғына ҡыҙҙырып алырға. Ярым ҡулсалап туралған һуған һалып, ул үтә күренмәле булғас, 1 – 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатырға ла уттан алырға.
Көршәктәргә ҡарабойҙай ярмаһы, уның өҫтөнә ҡыҙҙырылған бауыр, ҡаймаҡ, лавр япрағы һалырға ла һурпа ҡойорға һәм 25 – 30 минут ҡыҙыу мейестә бешерергә.
Диңгеҙ балығынан аш
500 грамм диңгеҙ балығы, 2 – 3 картуф, 1 – 2 баш һуған, 1 – 2 тоҙло ҡыяр, ярты стакан һөт өҫтө (сливки), бер ус йәшел һуған, аҡ май, тәменсә тоҙ, ҡыҙыл борос кәрәк.
Һуғанды ваҡ итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙҙырырға. Балыҡты йыуып-таҙартып, ҡылсыҡтарынан айырып, шаҡмаҡлап турарға. Картуф менән тоҙло ҡыярҙы ла ваҡларға. Көршәккә барыһын аралаштырып һалып, тоҙ, борос һибергә. Һөт өҫтө, һыу ҡойоп, уртаса эҫелектәге мейескә 40 минутҡа бешерергә ҡуйырға.
Табынға биргәндә өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибергә мөмкин.
Ит, бәшмәк менән бергә
500 грамм ит, 6 – 8 картуф, 2 баш һуған, 1-2 кишер, 1 татлы борос, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 400 грамм бәшмәк, ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан ҡатыҡ (кефир), 1 йомортҡа, 100 грамм аҡ май, 1,5 – 2 стакан он, тәменсә тоҙ, борос, әнис (укроп), шәфәри (петрушка) үләндәре кәрәк.
Уртаса ҙурлыҡта туралған итте, бәшмәкте, һуғанды табала ҡыҙҙырырға. Кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, картуфты шаҡмаҡлап турарға.
Көршәктең төбөнә – бәшмәкле, һуғанлы ит, артабан – картуф менән кишерҙе, иң өҫкә балдаҡлап туралған татлы боросто, иҙелгән һарымһаҡты һалырға. Һәр ҡатлам һайын тоҙ, борос һибергә . Ярты стакан һыу ҡойорға. Көршәкте ҡаплап, мейескә ҡуйырға. 200 градус эҫелектә ярты сәғәт торғас, ҡапҡастарын алып, ҡамыр менән ҡапларға ла, тағы ярты сәғәт бешерергә.
Ҡамыр былай әҙерләнә: ҡатыҡҡа йомортҡа, тоҙ, шәкәр, иретелгән аҡ май, сода һалып болғатырға. Он өҫтәп, ҡамыр баҫырға.