Балтырған (бәпкә) ашы
Бәпкә ашын, ғәҙәттә, ыумас итеп бешерәләр. Бер ус йәш үләнде эҫе һыу менән тиҙ генә бешекләп алып турайһың да, ҡайнап ултырған һыуға һалаһың, самалап тоҙ өҫтәйһең. Ыумас ыуып һалаһың. Ул бешеп сыҡһа – аш әҙер. Ошолай ғынаашарға ла була. Кемдер ашҡа йомортҡа һытып, болғатып ебәрә. Нисек кенә итеп бешерһәң дә, яңы айыртылған ҡаймаҡ менән ғәләмәт тәмле була.
Кесәрткән һәм ҡуҙғалаҡ ашы
200-әр грамм кесәрткән менән ҡуҙғалаҡ, 3-4 картуф, 1 кишер, 2-шәр һуған һәм бешкән йомортҡа, 100 граамм ҡаймаҡ, 4 аш ҡалағы һыйыр майы, 2 аш ҡалағы туралған укроп, самалап тоҙ һәм борос.
Кишерҙе һаламлап, һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға ла, һыйыр майында ҡыҙҙырырға. Кесәрткәнгә ҡайнар һыу ҡойорға ла, ваҡ итеп турарға ла, 7-8 минут ҡайнатырға. Картуфты шаҡмаҡлап, ҡуҙғалаҡты һаламлап турарға.
Ҡайнап сыҡҡан тоҙло һыуға картуфты һалып, 10-15 минут ҡайнатырға. Унан кишер, һуған, кесәрткән, ҡуҙғалаҡ өҫтәп, тоҙ һәм борос һибергә. Табынға биргәндә ҡаймаҡ һәм телемләп туралған йомортҡа һалырға.