Һөт – витаминдар сығанағы. Унда фосфор, Д витамины, магний, кальций, кешенең организмына талап ителгән тиклем аминокислоталар бар.
Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) былай тигән: «Аллаһтың Рәсүле ﷺ бөтә эсемлектән дә нығыраҡ һөттө яратҡан» (Әбү Нүғәйм).
Ә финик организмға көс бирә, күп ауырыуҙарҙан ҡурсый. Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ финикты йөрәк ауырыуынан ашарға кәңәш иткән. Ысынлап та, емештә калийҙың юғары кимәлдә булыуы йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙарын иҫкәртә икән.
Хәҙерге ғалимдар ҙа кешенең туҡлыҡлы матдәләргә булған көндәлек ихтыяжын көнөнә бер генә финик менән бер стакан һөт эсеп тә тулыландырып булыуын раҫлай.
Һеҙ ҙә был файҙалы эсемлекте эшләп, тәмләп ҡарағыҙ. Уны эшләү бик ябай: 1 литр һөткә 25-30 финик менән бер семтем тоҙ кәрәк. Ванилин да өҫтәргә була, тик финик үҙе үк татлы булғас, минеңсә ул артыҡ һымаҡ.
Финиктарҙы йыуып, төштәрен алабыҙ ҙа, ваҡлап турайбыҙ. Уны кәстрүлгә ҡойолған һөткә һалып, утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сығыу менән утты кәметеп, 6-7 минут бешерәбеҙ. Бешергәндә һөт төҫөн үҙгәртә, көрән төҫкә инә. Эсемлекте уттан алып, бер аҙ һыуытабыҙ ҙа, блендерҙа емештәрҙе иҙәбеҙ.
Шифалы эсемлекте йылылай ҙа эсергә мөмкин. 2 сәғәттән 6 сәғәткәсә ултыртып торорға мөмкин. Ул оҙағыраҡ торған һайын тәмләнә. Ә һыуытҡысҡа ҡуйып торғанда хатта туңдырма һымаҡ булып китә.