Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
14 Июль 2025, 11:19

Сейәнән ҡуйы ҡайнатма

Быйыл емеш-еләк мул уңышы менән һөйөндөрә. Ҡырға йөрөү ҙә кәрәкмәй, баҡсаңдағын эш итеп өлөгөр! Сират – сейәгә.

Сейәнән ҡуйы ҡайнатма
Сейәнән ҡуйы ҡайнатма

Әйткәнәдәй, сейәнән джем һымаҡ ҡуйы ғына ҡайнатма әҙерләргә өйрәтеүҙе һорап күп мөрәжәғәт итәләр. Шуға ла бер нисә рецепт бирәбеҙ. Ҡайһыныһы күңелегеҙгә ята – рәхим итеп ҡулланығыҙ! Ҡыш сейә ҡайнатмаһы менән тәмле сәйҙәр теләйбеҙ!

***

11 стакан сейәгә ярты стакан һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. Шунан 7 стакан шәкәр өҫтәргә һәм тағы ла 10 минут ҡайнатырға.

Артабан утты һүндерәбеҙ һәм 7 стакан шәкәр һалабыҙ. Шәкәр иреп бөткәнсе оҙаҡ итеп болғатабыҙ ҙә тағы берҙе ҡайнатып сығарабыҙ.

Ҡайнатма әҙер! Банкаларға тултырырға ғына ҡала!

***

Сейә — 1 кг
Шәкәр — 1,1 кг
Сейәне йыуабыҙ, һабаҡтарынан таҙартабыҙ. Өҫтөнә шәкәрҙең өстән ике өлөшөн һалабыҙ. Һаҡ ҡына болғайбыҙ, 2-3 сәғәт сейә һут биргәнен көтәбеҙ. Һыу ҡушмағыҙ!

Сейәне ҡайнап сыҡҡас та 15-20 минут утта тотабыҙ, күбеген алабыҙ. Кәстрүлде уттан алғас, ҡалған шәкәрҙе һалып, ул иҙелгәнсе һаҡ ҡына болғайбыҙ. Башҡаса утҡа ҡуймайбыҙ. Стерилләнгән банкаларға һалып һалҡын урынға ҡуябыҙ. Бындай ҡайнатма ҡуйы ла, тәмле лә килеп сыға.

***

Гөлгөнә Байегетованан рецепт

“11 стакан сейәгә ярты стакан һыу ҡойоп ҡайнатып сығарҙым, оҙаҡ ҡайнатманым, 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем, болғап ебәреп ҡайнап сыҡҡас тағы ла 10 минут ҡайнаттым, артабан тағы ла 7 стакан шәкәр ҡомо өҫтәнем дә ағас ҡалаҡ менән шәкәр ҡомо эреп бөткәнсе болғап торҙом, шәкәр ҡомо эреп бөтөп ҡайнап сыҡҡайны ғына утты һүндерҙем, бөттө, ҡайнатма әҙер. Эҫе көйөнә банкаларға һалырға мөмкин, әммә ҡайнатма һыуынып бөткәнсе ҡапҡасты япмаҫҡа, шул көйө һыуынғанса ҡуйып торорға. Кәстрүлдә лә һыуынғанса ҡалдырып аҙаҡ банкаларға һалырға мөмкин. Ҡулланып ҡарағыҙ, был рецепт хәтерҙә лә яҡшы ҡала, әҙерләүе еңел дә.

Минең стакан 0.33 г булды, ошо күләмдән барлығы 5 литрға яҡын ҡайнатма әҙер булды.”

***

Фариза Сәфәрғәлинанан рецепт:

"Шәп рецепт! Сейә сөрөшмәй, шупырлап та тормай:

1 стакан һыу ҡайнатып, шуға 1 стакан сейә, 1 стакан шәкәр ҡомо һалабыҙ, ҡайнап сыға. Тағы 1 стакан сейә, бер стакан шәкәр ҡомо һалабыҙ, ҡайнап сыға... Шулай итеп 9 стаканға ҡәҙәр һалып ҡайнатып сығарғас, 15 минут ҡайнатабыҙ. Һүндерәбеҙ ҙә ошо массаға 4 стакан шәкәр ҡомо һалып, иреп бөткәнсе яҡшылап болғатабыҙ. 

Бик шәп варенье килеп сыға, һыналған рецепт!"

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас