Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
9 Декабрь 2025, 11:02

БӘЛЕШ

Ҡамыры үҙе йомшаҡ, үҙе тәмле, үҙе кетерләп кенә тора!

ҠАМЫР: ярты стакан йылы һыу + ярты стакан һөт + ярты стакан көнбағыш майы + 3 ҡалаҡ майонез + 1 балғалаҡ тоҙ + он = йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ. 

Бер ниндәй әсетке лә, сода ла кәрәкмәй.

ЭСЛЕК: фарш + бәрәңге + ҡаҙ майы + һуған + тоҙ + борос = барыһын да турап, бергә болғайбыҙ.

Өсмөйөш итәһегеҙме, ваҡ бәлешме - ҡалайтһағыҙ ҙа - шәп! Ашауҙан башҡаға эшкинмәй! 

180 градуслы мейестә 40-45 минут бешерергә лә, яҡындар менән бергә, донъя именлегендә рәхәтләнеп, ашарға! 

Барығыҙ ҙа һау-сәләмәт булығыҙ, йөрәккәйҙәрем!

© Йәзилә Күсәрбаева

Читайте нас