Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
29 Декабрь 2025, 12:07

Йылҡы итеннән буженина

Уның тәмлелеге!

 Колбасалар бер ситтә торһон! Уны һыйыр, һарыҡ итенән дә шулай яһарға була.

1 литр һыуға 0,5 стакан тоҙ һалып ҡайнатып сығарҙым, шуға 1 кг самаһы ат итен һалып бешерҙем. Шул тоҙло һурпала 7-8 сәғәт тоттом. Унан һуң тәмләткестәр - ҡырғыстан сыҡҡан 5-6 тырнаҡ һарымһаҡ, лавр япрағы, ҡара һәм ҡыҙыл борос, аҙ ғына төйөлгән зираны бутап, шуны бешкән иткә яҡшылап һөрттөм дә фольгаға (кулинар ҡағыҙ ҙа ярай) төрөп һыуытҡысҡа ҡуйҙым. Яһап ҡарағыҙ әле, дуҫтар!

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Зухра Валиуллина рецебы

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас