Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
6 Ғинуар , 13:00

ХАН БӘРӘМӘСЕ

Сәй янына тәмлекәс

ҠАМЫР:

🔹3 стакан он

🔹0,5 стакан шәкәр

🔹1/4 сәй ҡалағы сода

🔹100 грамм аҡ май алабыҙ.

ЭСЛҼК:

🔹0,5 килограмм эремсек

🔹0,5 стакан шәкәр

🔹3 йомортҡа

🔹бер семтем ванилин.

ӘҘҼРЛӘҮ:

Тәүҙә аҡ майҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлгеләп, аҡ май, шәкәр менән бергә ыуабыҙ. Унан сода өҫтәйбеҙ.

Артабан эремсекте иләк аша үткәреп, йомортҡа, шәкәр менән бергә туғыйбыҙ. Форманы майлап, ярты ҡамырҙы йәйәбеҙ.

Өҫтөнә эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе яртыһын ҡушабыҙ.

Мейесте 220 градусҡа тиклем йылытып, ярты сәғәт бешерәбеҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас