Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
24 Февраль , 11:06

Һөттә ҡайнатылған шәкәр

Кемдәр шундай тәмлекәсте ашағаны бар? Минең өсөн ул бала саҡ тәме. Өләсәйем гел шулай ҡайнатып, һауытта ҡатыра ла, ватып, киҫәкләп беҙгә бирә торғайны. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе ошо тәмлексәте эшләп һыйлайыҡ. Кибеттәге төрлө консервант-химиялы кәнфиттәрҙән яҡшыраҡ ул!

Тәмлекәсте ҡайнатыу өсөн 100 мл һөткә 300 гр иҫәбенән шәкәр алабыҙ. 

Төбө ҡалын кәстрүлгә йәки тәрән табаға һөт менән шәкәрҙе һалабыҙ. Уртаса утта ҡайнатабыҙ. Ағас ҡалаҡ менән туҡтауһыҙ болғатып торорға кәрәк. Ул ҡуйырһа, асыҡ көрән төҫкә инә, кәмей. Өҫтө ҡатланыуы, төбө һоро төҫкә инә башлауы, шәкәребеҙ әҙер булыуына ишара. Утты һүндерәбеҙ.

Ҡайнаған шәкәрҙе ҡатырырға силикон формаларға һалабыҙ, теләгәндәр, сәтләүектәр өҫтәй ала. Тулыһынса ҡатҡас, форманан алабыҙ.

Инде табынға ҡуйырға ғына ҡалды. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас