Беҙҙе МАХ-та уҡығыҙ
Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
21 Март , 10:21

Ҡайнар һыуҙа туғылған ҡоймаҡ

Ҡайнар һыуҙа туғылған ҡоймаҡ йоҡа ғына һәм тишекле була. Сода һалыу ҙа кәрәкмәй. Ул һәр ваҡыт матур килеп сыға. Табаға йәбешмәй. Был рецепты миңә ҡыҙым өйрәткәйне. Хәҙер ҡоймаҡты гел шулайтып ҡоям. Табынға шул килеш, йә майлап йәки эслек төрөп бирергә лә була. Барыһына ла бик оҡшай.

Бындай ҡоймаҡ ҡамыры өсөн түбәндәге ингредиенттарҙы әҙерләйбеҙ. Әйткәндәй, улар (һыуҙан башҡаһы) барыһы ла бүлмә температураһында булырға тейеш.

Һөт – 300 мл;

Ҡайнар һыу – 400 мл;

Тоҙ – 0,5 балғалаҡ;

Шәкәр – 2 балғалаҡ;

Йомортҡа – 1 дана;

Он – 250 гр;

Үҫемлек майы – 40 мл.

Һаытҡа йомортҡа, тоҙ һәм шәкәр һалып, туғыйбыҙ. Шунда бер аҙ һөт һалып, бер аҙ болғатҡас, саҡ ҡына он өҫтәйбеҙ. Йәнә туғыйбыҙ. Һәм артабан шулай һөт менән ондо бөтөргәнсе сиратлап һәм аҙлап ҡушып туғыйбыҙ. Майҙы ҡушабыҙ. Йәнә туғыйбыҙ. Шул массаға ҡайнар һыуҙың яртыһын, йәғни 200 мл ҡушып, тағы ла ентекләп болғатабыҙ. Шунан ҡалған һыуҙы ҡушып, бер тигеҙ масса килеп сыҡҡансы, шәп иттереп туғыйбыҙ. Ҡоймаҡ ҡамыры әҙер. Уны шунда уҡ ҡоя башларға ла, ярты сәғәттәй ял иттерергә лә мөмкин. Ҡоймаҡ табаға йәбешмәй, бик матур әйләндерелә.

Был ҡоймаҡҡа татлы эслек тә, итлеһен дә, картуф иҙмәһен дә төрөргә була. Мотлаҡ һынап ҡарағыҙ. Тәмле булһын!

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас