Аш-һыу Рецепты
4 Апрель , 06:03

Баш итенән колбаса

Тап ошо осорҙа һуғым ите бөтөп, сират баш-тояҡҡа етә. Әйткәндәй, ҡойҡа тәмле генә түгел, бик файҙалы ла!

Уны һәр хужабикә үҙенсә әҙерләй. Бына, мәҫәлән, ошолай баш итенән колбаса ла эшләргә мөмкин.

Бер эре малдың баш итенә тәменсә тоҙ, борос, лавр япрағы, 4-5 баш һарымһаҡ кәрәк була.

Баш итен биш сәғәт буйы бешерәбеҙ. Мин уны тышта, ҡаҙанда бешерәм. "Ялҡын һуҡҡаны" бигерәк тәмле була. Тоҙ, борос, лавр япрағын бешергән саҡта һалабыҙ. 

Бешеп сыҡкас, һөйәгенән айырып, һарымһаҡ менән бергә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Үткәрелгән баш ите тығыҙыраҡ булыусан, шуға бер аш тәрилкәһе самаһы һурпа һалып бутайбыҙ. Тоҙон тәмләйбеҙ, етмәһә, өҫтәргә мөмкин. 

Шул массаны полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып (кемдер пластик һауыттың башын ҡырҡып алып тотона), түңәрәкләп колбаса рәүешенә килтереп, 5 – 8 сәғәткә һалҡынға ҡуябыҙ. Тәмле һәм файҙалы ҡабымлыҡ әҙер! Тәмле булһын!

#лайфхак Баш итенең, туралған осраҡта, ваҡ һөйәге күп була. Шуға ла беҙ башты өтөп-йыуғас, иптәшем итен һөйәктән һыҙырып ҡына ала. Бер генә һөйәге лә булмай!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас