Аш-һыу Рецепты
1 Июля , 11:40

Еңел генә рецептар: йәйге йәшелсә салаты, табала пицца, французса ит һ.б.

Үҙеңә һаҡлап ҡуй

Йәйге йәшелсә салаты

Кишер
Сөгөлдөр 
Һуған 
Укроп
Һарымһаҡ - 1 теш
70 процентлы уксус 0,5 балғалаҡ 
Тоҙ
Төйөлгән борос һәм кориандр 

  1.   Кишер менән сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
  2.   Һуғанды ярымҡулсалап турап, табала ҡыҙарғансы ҡыҙҙырып алабыҙ, алдағы йәшелсәләргә ҡушабыҙ.
  3.   Укропты ваҡ итеп турайбыҙ, һарымһаҡты иҙәбеҙ.
  4.   Тәмләткестәрҙе, барыһын да бергә ҡушабыҙ ҙа салатты яҡшылап болғатабыҙ.

Шампиньон менән французса ит

Тауыҡ йәки күркәнең һөйәкһеҙ ите
Ҡаймаҡ
Гәрсис (Горчица)
Бәшмәк (шампиньон)
Помидор
Сыр
Петрушка үләне

Әҙерләү:

  1.   Итте кулинар сүкеш менән әҙерәк йомшартабыҙ. Ҡаймаҡ һәм гәрсис менән буяйбыҙ, өҫтөнә бәшмәк, помидор, сыр һалабыҙ.
  2.   180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 25 минут бешерәбеҙ. 
  3.   Табынға бирер алдынан йәшел тәмләткес үләндәр менән биҙәйбеҙ.  

Табала пицца 

Был ризыҡ әҙерләү тиҙлеге һәм туҡлыҡлы булыуы иртәнге ашҡа ла бара, балаларға ла шәп кенә әҙерләп бирергә мөмкин.

✅ 5 йомортҡа 
✅1 стакан һөт 
✅ 1 стакан он 
✅ 2 помидор
✅ Йәшел һуған 
✅ Тоҙ
✅100 г сыр

  1.   Йомортҡа, һөт, он  ҡушып туғыйбыҙ.
  2.   Ҡамырға ваҡ итеп туралған помидор, йәшел һуған, тоҙ өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ.
  3.   Табаны майлап ҡамырҙан ҡоймаҡ ҡоябыҙ. Бер яғы бешеп әйләндергәс, бешкән яғына ҡырғыстан ҡырылған сыр һибәбеҙ. Ҡоймаҡты икегә бөкләйбеҙ.

Аҙ тоҙло (малосольный) ҡыяр

Ваҡ ҡыярҙы 4-кә бүләбеҙ, полиэтилен ҡапсыҡҡа йә контейнерға һалабыҙ. Шәкәр, тоҙ, һарымһаҡ, йәшел тәмләткес үләндәр (укроп, петрушка, базилик йә бер төрлөнө) өҫтәйбеҙ. Төйөлгән ҡара борос, ваҡ итеп туралған әсе ҡуҙаҡлы боросто өҫтәп яҡшылап болғатабыҙ ҙа 8 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Аштарығыҙ тәмле булһын 🌿

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас