Аш-һыу Рецепты
14 Июля , 07:37

Өйҙә әҙерләнгән "Мохито"

Был эсемлекте әҙерләү өсөн 3 литрлы банка иҫәбенә 350 г крыжовник, 1 стакан шәкәр ҡомо, 3-4 бөтнөк япрағы, 2 киҫәк лимон йәки лайм кәрәк буласаҡ.

Быларҙың барыһын да парланған банкаға һалғас, өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан һыу ҡоябыҙ. Әгәр тиҙ арала эсергә уйлаһағыҙ, ябай ҡапҡас ябырға ла була. Ә инде компотты ҡышҡылыҡҡа һаҡларға уйлаһағыҙ, банкаларҙы тимер ҡапҡас менән ныҡлап ябырға ла, 2 тәүлек ҡалын юрған менән томалап торорға кәрәк.

Әгәр ҡапҡастар ҡабармаһа, банкаларҙы баҙға төшөрөргә мөмкин.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас