

Ҡышҡылыҡҡа уксусһыҙ помидор
⠀
3x литрлы банкаға иҫәпләгәндә:
5 аш. ҡалағы шәкәр (тау итеп),
2 сәй ҡалағы тоҙ (тауһыҙ),
1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы.
Тәмләткестәрҙән 2-3 һарымһаҡ, йоморо борос, гвоздика, корица киҫәктәре.
Помидорҙы тишеп, тәмләткестәр менән банкаға һалырға. Ҡайнар һыу менән тултырырға, һыуытырға, һыуҙы ағыҙырға. Банкаға тоҙ, шәкәр һәм лимон кислотаһы һалырға. Ҡабат ҡайнар һыу менән тултырырға һәм әйләндерергә. Помидорҙар татлы һәм бөтөнләй әсе булмай. Кислота һиҙелмәй. Был уксуслы помидор ярамағандар өсөн бик яҡшы.