Гөлсәсәк Ғүмәрова Аҡҡондоҙ һәм Кинйәбулат ауылдарында фельдшер, шул уҡ ваҡытта Аҡҡондоҙҙа мәҙәниәт хеҙмәткәре булып эшләй. Тынғыһыҙ эштән бушаған арала бынамын тигән итеп донъя көтөргә ла өлгөрә уңған хужабикә. Беҙ Гөлсәсәк Ғәбделбар ҡыҙының ҡабаҡтан әҙерләгән һутын тәмләп ҡарағас, уны әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
"2,5 кг ҡабаҡты ярты литр һыу һалып, бешереп алабыҙ. Шунан блендер менән иҙәбеҙ. Ошоно эшләгәс, кемдәр "с мякотью" ярата, артабан дауам итә, ә кемдәр һутты шыйығыраҡ иткеһе килә, улар ҡабаҡты иләк аша үткәреп, һутын ғына ала.
Артабан 2 литр һыу, 300-400 грамм шәкәр, ике әфлисундың һутын һәм 1 балғалаҡ лимон кислотаһы һалабыҙ. Кемдәр татлыраҡты ярата, улар шәкәрҙе күберәк һалырға мөмкин. Ошо массаны бер 20 минут ҡайнатып алабыҙ. Өҫтөндәге күбеген алып торорға онотмағыҙ. Шуның менән тәмле лә, файҙалы ла ҡабаҡ һуты әҙер. Инде стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ ҙа, ҡыш көнө яҡындарыбыҙҙы һыйлайбыҙ! Тәмле булһын!"