Бөтә яңылыҡтар

Киләһе тулҡын май айында көтөлә

Вирусологтар май айында ковидтың яңы күтәрелешен фаразлай

Киләһе тулҡын май айында көтөлә
Киләһе тулҡын май айында көтөлә

Коллектив иммунитетҡа өлгәшеүгә бәйле коронавирустың яңы күтәрелеше февралгә ҡарағанда көсһөҙөрәк булырға тейеш, тип иҫәпләй вирусолог, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Александр Лукашев. Был хаҡта ТАСС агентлығына һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта Европаның һәм Төньяҡ Американың ҡайһы бер илдәрендә яңы коронавирус йоҡтороу осраҡтарының артыуы күҙәтелә, тип билдәләне вирусолог. Ҡытайҙа йәнә коронавирус тарала. Атап әйткәндә, Шанхайҙа карантин индерелде.

«Шуға күрә бер нисә аҙнанан беҙҙә лә сирҙең башланыуын көтөргә мөмкин. Ләкин һандар февраль тулҡынына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ булыр, моғайын, сөнки коллектив иммунитет ҡаҡшаһа ла, ярайһы уҡ юғары кимәлдә ҡала», — тине ғалим.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: