Бөтә яңылыҡтар

Май байрамдарында пенсиялар ҡасан таратылыуы билдәле булды

Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе май байрамдарында пенсиялар нисек таратылыуы тураһында хәбәр итте.

Май байрамдарында пенсиялар ҡасан таратылыуы билдәле булды
Май байрамдарында пенсиялар ҡасан таратылыуы билдәле булды

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың май айы өсөн пенсиялар һәм башҡа түләмдәр 3 майҙан таратыла башлай.  “Байрам көнө – 9 май өсөн 6 һәм 7 майҙа таратыласаҡ. Байрам һәм ял көндәренә пенсиялар килтереүҙең конкрет даталары апрель пенсияһына проручениелар квитанцияларында алдан күрһәтелгән.

Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙәрҙә билдәләнгән сроктарҙа 12 майҙан башлап күсереләсәк. Ә апрель айы өсөн пенсиялар һәм башҡа түләмдәр таратыу тамамланған да инде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: