

Өфөлә бәлиғ булмаған үҫмерҙең әсәһе законһыҙ рәүештә мотоцикл менән идара итергә биргән өсөн административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителгән, тип хәбәр итә “Башинформ”
Нагаево шоссеһында 13 йәшлек малай «Hunter 200» менән идара итеп, бер ук йүнәлештә барған «Лада Гранта» менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә бәлиғ булмаған мотоциклистың аяғы йәрәхәтләнгән.
Баш ҡала ЮХХДИ-һында хәбәр итеүҙәренсә, авария буйынса бөтә материалдар бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәреләсәк. Әле тикшереү бара.