Атайсал
5 Июнь 2022, 11:20

Тәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау

Беҙ тәбиғәт балалары, тимәк тәбиғәтте һаҡлау беҙҙең изге бурыстарҙың береһе. Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәтте һаҡлау министрлығының Сибай территориаль комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты, тәбиғәтте һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Хөрмәт Хәмит улы Исмәғилев менән осрашып һөйләштек.

Тәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙебеҙҙе яҡлауТәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау
Тәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау

5 июнь – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө

Тәбиғәтте һаҡлау – үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау

 Беҙ тәбиғәт балалары, тимәк тәбиғәтте һаҡлау беҙҙең изге бурыстарҙың береһе. Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө уңайынан Башҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәтте һаҡлау министрлығының Сибай территориаль комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты, тәбиғәтте һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Хөрмәт Хәмит улы Исмәғилев менән осрашып һөйләштек.

– Хөрмәт Хәмит улы, һеҙ был вазифала осраҡлы кеше түгел. Был өлкәлә эшмәкәрлегегеҙ ҡасан һәм нисек башланып китте?

– -Оҙаҡ йылдар районыбыҙҙағы экологик хәл-торошто тәүҙә Мораҡтан, аҙаҡ Сибай ҡалаһынан килеп тикшерә торғайнылар. 2006 йылда  Башҡортостан Республикаһы экология һәм тәбиғәтте һаҡлау министрлығының Сибай территориаль комитеты Ейәнсура һәм Йылайыр райондарын хеҙмәтләндереүсе белгес-эксперт вазифаһына конкурс иғлан итте. Мин дә үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның тәбиғи белемдәр (естествознание) факультеты дипломы бындай эштә эшләргә мөмкинлек бирә ине. Райондан биш кеше конкурсҡа документтарын тапшырған, шулар араһынан мине һайлап алдылар. Ошо ваҡыттан алып 16 йыл был вазифала эшләп йөрөйөм.

– Эшләү дәүерендә ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осраштығыҙ?

– Һәр эштең үҙенә күрә үҙенсәлектәре бар. Миңә ике: Ейәнсура һәм Йылайыр райондарын хеҙмәтләндерергә тура килә. Ҡайһы ваҡыт өлгәрмәй ҙә кителә. Һәр биләмә башлығы, ауыл старосталары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Бер-беребеҙҙе аңлап эшләргә тырышабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы ваҡытта халыҡ аңлы рәүештә тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарай башланы. Ата-әсәләренә ҡарап балалар ҙа тәртипле булып үҫә. Иртә яҙҙан башланған экологик өмәләрҙән һуң ауылдар урамдары, шишмә-йылғалар буйҙары төҙөкләнеп, таҙарып ҡала. “Йәшел Башҡортостан”, “Хәтер баҡсаһы” кеүек ағас ултыртыу буйынса өмәләргә лә урындағы халыҡ ихлас ҡушыла. Йылға буйҙарына ял итергә сыҡҡандар ҙа үҙҙәренең арттарынан йыйыштырып ҡайтып китәләр, был эшкә балалар ҙа ҡушыла. Ысынлап та, тәбиғәт бит беҙҙең өйөбөҙ, ә кемдең бысраҡ, сүп-сарға тулған өйҙә йәшәгеһе килһен?!

Ҡыйынлыҡтарға килгәндә, артыҡ ауыр хәлдәр килеп сыҡмай. Оҙаҡ йылдар биләмә башлығы, һуңынан мәктәп директоры һәм уҡытыусы булып эшләү был эштә лә файҙалы булды. Төрлө кеше менән уртаҡ тел табырға, проблемаларҙы хәл итергә элекке тәжрибәм ярҙамға килә.

– Йылға-шишмәләргә килгәндә, беҙҙә эсәр һыу менән хәлдәр нисек тора?

– 2019-2021 йылдарҙа район хакимиәте иғлан иткән конкурс сиктәрендә, районыбыҙҙа 43 шишмә башы кәртәләнеп, һыу юлдары таҙартылды. Һәр ауыл биләмәһе лә был эштәргә дәррәү ҡушылды. Быйылғы йылда ла ошо эште дауам итәсәкбеҙ. Әле Һаҡмар биләмәһендә ауыл әүҙемдәре “Бүре уяҙы” (“Волчий дол”) шишмәһе башын кәртәләп, буяп та ҡуйған, эргә-тирәһен таҙартҡандар.

Оҙаҡламай, көндәр эҫеткәс, йылғаға һыу инергә йөрөй башлаясаҡтар. Райондаштарыбыҙ машиналарын йылға буйында йыумаһын ине, тип мөрәжәғәт итәм. Закон буйынса йылғаның оҙонлоғона һәм ҙурлығына ҡарап “һыу һаҡланыусы зона” билдәләнә. Оло Эйек йылғаһында был зона 200 метрҙан билдәләнгән. Ошо арауыҡта машина йыуыу закон менән тыйылған. Балаларыбыҙ һыу ингән йылғала бысраҡ йыуып йөрөү – эсәр һыуыңа төкөрөү менән бәрәбәр. Мәғлүмәт өсөн билдәләп киткем килә, Иҫәнғолда бөгөн автомобиль йыуыу өсөн дүрт махсуслаштырылған урын булдырылған.

Район үһәгендә эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе “Торлаҡ-коммуналь төҙөлөш кампанияһы” предприятиеһы башҡара. Һыуҙың таҙалығы даими рәүештә Сибай ҡалаһына ебәрелеп тикшерелеп тора. Һыуҙың таҙалығына ниндәйҙер шик тыуһа, Белорет ҡалаһындағы Дәүләт контроль идаралығына ебәреп тикшертеү мөмкинлеге лә бар. Ғөмүмән, беҙҙең районда һыу мәсьәләһе киҫкен тормай, сифаты буйынса яҡшыларҙан һанала. Тик иҫәнғолдарҙың йәй көнө һыуҙы һаҡһыҙ ҡулланыуы күңелде ҡыра. Шул сәбәпле, яңы микрорайонда йәшәүселәргә баҡса миҙгеле ваҡытында йыш ҡына һыуһыҙ ултырырға тура килә.

– Сүп-сарға килгәндә…

– Сүп-сар менән көрәш беҙҙең иң ауыртҡан яғыбыҙ инде. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы “ЭКО-Сити” йәмғиәте башҡара башлау менән тәртип боҙоуҙар кәмене, әлбиттә. Әммә һаман да ябылған сүплек урындарына көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеүселәр табылып тора. Быйыл шундай хәлдәр Яңы Себенле, Иҫәнғол ауыл биләмәләрендә һәм Самаҙы ауылында теркәлде. Тәртип боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Баҡсалағы ҡыйҙы, ҡыуаҡ-ағастар ҡалдыҡтарын махсус урынға алып барып ташлау ҡаралған. Бындай урындарҙы биләмә башлыҡтары билдәләп, тирә-яғын кәртәләп алырға тейеш. Серемәй һәм оҙаҡ серей торған көнкүреш ҡалдыҡтары, мәҫәлән быяла, полиэтилен, төҙөлөш материалдары контейнерҙарға һалынырға тейеш. Киләсәктә сүп-сарҙы айырымлап йыйыу ҙа планлаштырылған.

– Йәш быуын менән хеҙмәттәшлек тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?

– Үткән йылдарҙа пандемия арҡаһында экологик дәрестәр тик онлайн форматта үткәрелде. Быйыл әҙерәк еңел һулап ҡуйҙыҡ. Район үҙәк китапханаһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Уҡыусылар ҡатнашлығында төрлө экологик саралар үткәрелеп тора.

Экологик тәрбиә иң беренсе ғаиләнән башлана икәнен һәр ата-әсә аңларға тейеш. Өлкәндәрҙән күреп балалар ҙә тәртипкә, бөхтәлеккә өйрәнә. Тәбиғәт ҡосағында ла тирә-яҡҡа ҡарата һаҡсыллыҡты ололарҙан күреп, ҡабатлаясаҡтар. Беҙ күңелебеҙҙә барыбыҙ ҙа эколог булырға тейешбеҙҙер. Һәр быуын үҙ заманында һаҡсыллыҡ күрһәтмәһә, киләсәк быуындарға беҙҙән һуң нимә ҡалыр?! Шуға ла тәбиғәткә, тирә-яғыбыҙға ҡарата мәрхәмәтлерәк булайыҡ.

5 июнь –  Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө – был бөтәбеҙҙең дә байрам. Сөнки беҙ – тәбиғәт балалары. Таҙа һауа һулап, таҙа һыу эсеп, таҙа һуҡмаҡ-юлдарҙан атлап йөрөү – үҙебеҙҙән тора.

  • Әңгәмә өсөн рәхмәт.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас