

24-30 июндә Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры ресублика райондары буйлап “Ат уйнатып алдан бара” документаль спектакле менән гастролгә сыға, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Артистар Сибайҙа (24 июнь), Баймаҡта (25 июнь), Йылайыр районының Юлдыбай ауылында (26 июнь), Хәйбулла районының Аҡьяр (27 июнь) һәм Буребай (28 июнь) ауылдарында, Әбйәлил районының Аҫҡар ауылында (29 июнь), Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында (30 июнь) сығыш яһаясаҡ.
Фото: Валерий Шахов/"Башинформ"