+24 °С
Ямғыр


Тарифтар буйынса дәүләт комитетының Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған ҡарарында халыҡҡа газ өсөн хаҡ билдәләнгән.
1 июлдән аш-һыу әҙерләү һәм һыу йылытыу өсөн файҙаланылған газдың бер кубометры — 7,87 һум, йорттарҙы йылытыу өсөн ҡулланылған газ өсөн иһә 1000 кубометрға 6045,55 һум. Дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, тариф 3% артҡан.