Атайсал
2 Июль 2022, 03:45

Ауыл халҡы өсөн өйҙәрен төҙөкләндереүгә льготалы кредит күләме арттырылды

РФ Хөкүмәте ауыл кешеләре үҙ йорттарын төҙөкләндереүгә льготалы ставка буйынса ала алған кредиттар күләмен арттырҙы

Был хаҡта Хөкүмәт сайтында хәбәр ителә. Кредит күләме элеккесә заемщик йәшәгән төбәккә бәйле. Ленинград өлкәһе һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округы составына ингән төбәктәр өсөн займ күләме 300 меңдән 700 мең һумға тиклем арттырылды. Илдең башҡа төбәктәрендә (Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Мәскәү өлкәһе программала ҡатнашмай) ауыл ерендә йәшәүселәр 500 мең һумға тиклем кредит алыу хоҡуғына эйә, элек 250 мең һум ине.

Ауыл йорттарын төҙөкләндереүгә льготалы кредиттар прграммаһы 2020 йылдан алып ғәмәлдә. Бындай кредиттар буйынса ставка 5 проценттан артырға тейеш түгел. Аҡсаны электр, һыу, газ, йылытыу үткәреүгә, шулай уҡ инженер системаларын һәм ҡыйыҡты ремонтлауға тотонорға рөхсәт ителә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас