Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
2 Июль , 17:25

Йәшәләмәгән ғүмерҙәр

Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә – 20 йыл

Йәшәләмәгән ғүмерҙәр
Йәшәләмәгән ғүмерҙәр

Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында бынан 20 йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндә авиаһәләкәттә һәләк булыусыларға (71 кеше, шул иҫәптән, 52 бала һәм 19 өлкән кеше) арналған хәтер кисәһе булды, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите сайты

2022 йылдың 2 июленән 3-нә ҡарай төндә “Боинг-747” һәм “ТУ-154” самолеттары бәрелешкәйне, унда Башҡортостандың һәләтле балалары Испанияға ял итергә юлланғайны.

Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте исеменән сығыш яһаған Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың финанстар министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, һәләкәткә тарыусыларҙың яҡындары бына 20 йыл инде ошо ҡайғыны онота алмай. Башҡортостан иң һәләтле ҡыҙ һәм егеттәрен юғалтты.

– Был урында булыу шул хәтлем ауыр, күңел һыҡрай, бындай юғалтыуҙар бүтән ҡабатланмаһын ине, – тине Лира Заҡуан ҡыҙы.

80 йәшлек Фруза Әбсәләмова авиаһәләкәттә ейәнсәре Ирина Юлдашбаеваны юғалтҡан, ул ҡәҙерлеһен хәтерләгәндә, күҙ йәштәре аша һөйләне.

– Иринаның әсәһе, минең ҡыҙым Лилиә лә был донъяларҙа юҡ инде, – тине керпектәрен сыландырып Фруза Әхтәм ҡыҙы. – Бында йыш киләм, барыһын да йөрәгем аша үткәрәм. Ирина уҡытыусы йә врач булырға хыялланды. Һәләк булған урында, Германияла булып, уның әйберҙәрен алып ҡайттыҡ. Сумкаһы эсендә сәғәте ята ине, ул, ейәнсәремде иҫләтеп, оҙаҡ йылдар эшләне.

Фото һәм текст: Илдар Аҡъюлов / “Башҡортостан”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас в